/ Виртуальный концертный зал/ 13.01.2021, 19:00 ҮТКӘНДӘРҘЕ ҺАҒЫНЫП — 2БАЙРАМ КОНЦЕРТЫ. 50-90-сы йылдарҙың хиттары. Тамашасылар һорауы буйынса

13.01.2021, 19:00 ҮТКӘНДӘРҘЕ ҺАҒЫНЫП — 2БАЙРАМ КОНЦЕРТЫ. 50-90-сы йылдарҙың хиттары. Тамашасылар һорауы буйынса

Видеотрансляцию можно посмотреть ЗДЕСЬ
Цена: 200-300 рублей.
Приобрести билет можно ЗДЕСЬ

БАЙРАМ КОНЦЕРТЫ

50-90-сы йылдарҙың хиттары

Тамашасылар һорауы буйынса

13 ғинуар! Тик бер генә көн! Филармония сәхнәһендә «Үткәндәрҙе һағынып — 2» байрам концерты! Программала эстрадабыҙҙың 50-90-сы йылдарҙың хиттары. Тамашала Лилиә Биктимирова, Фәдис Ғәниев, Искәндәр Ғәзизов, Рифат Шәрәфетдинов, Рөстәм Шаһыбалов, Дияна Ишниязова, Рәфис һәм Алмас Сирусиндар, Тимур Рамаҙанов, Салауат Мөхәмәтйәров, Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Заһир Иҫәнсурин, Лилиә Ишемйәрова, Сабина Кучаева, «Далан», «Арғымаҡ» төркөмдәре ҡатнаша. Шулай уҡ, виртуоз-баянсылар Хәлит Фәтихов, Ғәли Алтынбаев, талантлы ҡурайсыларыбыҙ Азат Биксурин, Салауат Хәлилов, скрипкасы Резана Актаева, бейеүселәр Әлиә Нурғәлиева, Регина Баракова, Евгения Цыпина, Рөстәм Ғәндәлипов, Татьяна Мутафи һәм башҡалар кисәгә сағыу байрам төҫтәре өҫтәйәсәк. Алып баралар – филармониябыҙҙың нәфис һүҙ оҫталары Фаяз Йәнтүрин, Зөлфиә Әхмәтова, Эльмира Юлдашева, Зөлфир Басыров, Зилиә Сәфиуллина.

Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Филармония был кистә үткәндәрҙе һағынып, яратҡан йырҙарыбыҙҙы бергәләп йырлап, йәнә йәшлеккә әйләнеп ҡайтырға тәҡдим итә. Йырҙарыбыҙ, моңдарыбыҙ тик һеҙҙең өсөн, яратҡан тамашасыларыбыҙ!

Поделиться:

Полезные ссылки