/ Новости/ Ололар көнө.

Ололар көнө.

Октябрь башында беҙ ололар көнөн билдәләйбеҙ. Был изге һәм яҡты байрам, сөнки беҙ ата-әсәләрҙе, олатайҙарҙы,өләсәйҙәрҙе иғтибарға йәлеп итәбеҙ. “Айыҡ ауыл” республика конкурс сиктәрендә Шамрат ауылында киске сәй ойошторолдо. Байрамды ветерандар советы рәйесе Рифат Назаршин, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Альбина Хәйҙәршина, ауыл клубы методисы Әмирова Зәлиә етәкләне.
Программа “Күңел һаман йәш әле” конкурсынан башланып китте. Һуңынан егерме оло йәштәге ҡунаҡтарға сәй табыны әҙерләнде. Ауыл клубында байрам концерты үтте. Оло йәштәге кешеләр әүҙемлелек, киләсәккә позитив ҡараш күрһәтте.
Ололар тураһында хәстәрлек- һәр беребеҙҙең бурысы.

#Трезвоесело2020
#Айыҡауыл2020
#Шамратово
#Шамрат ауылы
#Караидельскийрайон
#Ҡариҙелрайоны

Поделиться:

Полезные ссылки