/ Новости/ Июль ае,"башкорт теле- дуслык теле "-дип иглан ителгән иде.

Июль ае,”башкорт теле- дуслык теле “-дип иглан ителгән иде.

Башҡорт теле –дуслык теле.
Әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре, йырҙары, бейеүҙәре тураһында белемдәрен байытыу.Йыһазландырыу: күренекле кешеләрҙең тел тураһында әйткән һүҙҙәре (плакаттар), ребустар, туған телдә сыҡҡан китаптар күргәҙмәһе.Үҙенең әсә теленә вайымһыҙ ҡараған кеше – ҡырағай кеше, зарарлы кеше. Сөнки шуның менән ул үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙлеген, битарафлығын күрһәтә. (К.Паустовскийҙан)

Халыҡ теле – иң бай тел.(Л.Толстой)

Тел – халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Бик тә ҡәҙерле нәмәне хазина тиҙәр. Ул берәмләп, бөртөкләп йыйыла. Мәҫәлән, алтын, көмөш – ер байлығы. Ә тел – халыҡ байлығы. Ул быуаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туплаған.(Х.Назар)

Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ.(Мәҡәл)

Дәрес уҡытыусының инеш һүҙе менән башлана.
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы – әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ” тип әйтелә.

Бөгөнгө дәресебеҙҙе, уҡыусылар, туған телебеҙгә бағышлайбыҙ.

Туған тел… Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, ”атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. Әхләҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә беркетә.

“Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай.

Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы сағыла.

Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү! Бына ни өсөн туған телде өйрәнеү кешенең илһөйәр булып тәрбиәләүендә төп урында тора!” – тип әйткән рус яҙыусыһы К.Ушинский.

Хәҙерге башҡорт теле – һәр яҡлап үҫкән телдәрҙең береһе. Туған телдә халыҡтың тормошо һәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла.
Дуҫтар менән аралашырғала еңел.Үҙ телеңдә һөйләшкән кешене сит ерҙә осратһаң,уның менән дуҫлашаһыңтуғанлашаһың,Әйҙәгеҙ башкорт теле дуҫтар теле булып калһын,берҙәм дуҫ булып яшәек.

Поделиться:

Полезные ссылки