/ Новости/ Ҡариҙелгә туҡсан йыл!

Ҡариҙелгә туҡсан йыл!

Районыбыҙ хозур тәбиғәте, һулап туйғыһыҙ һауаһы, борғоланып аҡҡан йылғаһы, саф шишмә-күлдәре менән дан тота. Бынан тыш тәбиғәтебеҙҙең һәр тауы, ташы, йылғаһы, күле, ағасы тарих һөйләй. Бик күп иҫтәлекле урындары бар. Районыбыҙ тарихы иҫ киткес матур һәм бай йөкмәткеле. Беҙгә тиклем ҡаҙанған уңышты ҡәҙерләү, арттырыу – дөйөм маҡсатыбыҙ беҙҙең.

Бөгөн тыуған еребеҙҙә яңы эштәр башҡарыла, һәр көн ваҡиғаларға, асыштарға бай. Тимәк, тарих дауам итә. Районда барыһы ла халыҡ өсөн, уның тормошон, көнкүрешен еңелләштереү өсөн башҡарыла. Уның биттәре тик ыңғай, уңышлы эштәр менән тулыланһын. Үҙебеҙҙең киләсәгебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙа.

Хөрмәтле, Ҡариҙелдә йәшәүселәр! Районыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Алда беҙҙе ҙур пландар һәм ҡаҙаныштар көтһөн! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыуған еребеҙ үҫешенә бағышланған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Йортоғоҙҙа һәр ваҡыт тыныслыҡ, именлек хөкөм һөрһөн.
Байрам менән яҡташтар!
#90леткараидельскомурайону
#юбилейҡариҙелрайоны

Поделиться:

Полезные ссылки